ЛОГИКА (гр. logike), иҫбатлау һәм кире ҡағыу ысулдары т‑дағы фән; фекерләү асылы һәм уның закондары хаҡында фәнни теориялар йыйылмаһы. Фекерләү теорияһына (дедуктив һәм индуктив Л.), металогикаға, логик методологияға бүленә.

Дедуктив Л. (логик зарурлыҡ һәм эҙмә-эҙлекле һығымталар т‑да теория) классик (ике мәғәнәлелеккә — әйтелгәндең хаҡлығына йәки ялғанлығына нигеҙләнә) һәм классик булмаған Л. (интуиционистик, күп мәғәнәле һ.б.) бүленә.

Индуктив Л. – ихтимал (хаҡ булмаған) характерҙағы һығымталар т‑да теория. Металогика логик теорияларҙың төрлө аспекттарын тикшерә. Логик методология фекерҙәрҙе айырып күрһәтә һәм ҡатмарлы объекттарҙы тикшереү ҡағиҙәләрен эшләй (төшөнсәләрҙе аңлатыу, логик операциялар, алымдарҙы ҡулланыу һ.б.).

Төп бурыстары: теоретик йәһәттән — логик закондарҙы аңлатыу һәм уларҙы системалаштырыу, логик яҡтан дөрөҫ фекерҙәрҙе билдәләү; ғәмәли йәһәттән — Л. закондарын һәм принциптарын иҫәпләү математикаһында, лингвистикала, информатикала, философияла, этикала һ.б. ҡулланыу.

Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Л. проблемалары Р.И.Байкова (фәнни танып белеүҙә абстрактлаштырыу һәм идеаллаштырыуҙың логик алымдары), 70—80‑се йй. Б.С.Ғәлимов (донъя картинаһының логик-гносеологик йөкмәткеһе), А.Ф.Кудряшёв (фәнни белемде математикалаштырыу процесында дөйөмлөк һәм үҙенсәлеклек диалектикаһы), Т.Ғ.Солтанғужин (Л. һәм методология), Д.Н.Соловьёва (кире ҡағыуҙы кире ҡағыу процесы), Н.Н.Щукин (диалектик Л. һәм диалектика теорияһы нисбәте), 90‑сы йй. М.С.Ҡунафин (объективлыҡ принцибы структураһында тойоу һәм ҡабул итеүҙең урыны һәм роле), Р.Х.Лоҡманова (хәҡиҡәттең классик концепцияһына логик-семантик ҡараш), Д.Ә.Нуриев (“материя” категорияһының дөйөмлөк, берлек һәм айырымлыҡ төшөнсәләре аша логик нигеҙләнеше), М.Н.Төхвәтуллин (ысынбарлыҡты танып белеү процесында фекерләү закондарының әһәмиәте) хеҙмәттәрендә ҡарала. Шулай уҡ ҡара: Математик логика.

Әҙәб.: Диалектика как методология научного познания. Уфа, 1976; Диалектика и методология современной науки. Уфа, 1979; Категории диалектики и научное познание. Уфа, 1985.

Л.Ә.Итҡолова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика