ЛОГВИНОВ Николай Христофорович (? — 2.12.1910), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник. Дворяндарҙан. Ҡырым һуғышында (1853—56) ҡатнашыусы. 1861 й. алып Пенза губ. мировой аралашсы, 1868 й. — Пенза крәҫтиән эштәре б‑са губерна присутствиеһы ағзаһы, 1890 й. — Пенза губ. Керенск өйәҙендә дворяндарҙың өйәҙ башлығы, 1894 й. — Өфө губернаторы, 1896 й. — ЭЭМ‑да. 3‑сө дәрәжә Изге  Владимир, 1‑се, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1857), 2‑се дәрәжә Изге Станислав (1857) орд., миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. Г.У.Казина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика