ҠЫПСАҠ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантонға Ырымбур өйәҙенең Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бошман-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ, 1‑се һәм 2‑се Ҡара-Ҡыпсаҡ, Семён-Петровский һәм Йомағужа улустары инә. Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Ете ырыу кантоны м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Мораҡ ауылы. 1919 й. июнендә кантон бөтөрөлә, терр‑яһы Ҡыпсаҡ- Ете ырыу кантонына инә.

Ф.Ғ.Гәрәева

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.