ЛОБОДИН Герман Григорьевич [20.11.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Архангел а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 4.6.1978, Өфө], спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1951) һәм бөтә Союз категориялы судья. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1952). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы (Өфө; тренерҙары Р.Т.Ғәбдрәҡипов, В.Г.Ромашковцев), “Искра” ДСО‑һы (Ленинград; тренеры А.Н.Кудрин) тәрбиәләнеүсеһе. СССР чемпионы (1951—52). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1951—52).

Г.И.Мокеев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика