ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ, Ҡараҡыпсаҡ И. [ысын исеме Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы; 1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сапыҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тын тамамлаған (1919). 1934—37 йй. И.В.Сталин ис. Бөтә Союз сәнәғәт акад. уҡый (икеһе лә — Мәскәү). 1918 й. алып Ҡыпсаҡ кантоны башҡармаһының секретары, 1919 й. — Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы комиссары, 1920 й. — АСБР‑ҙың соц. тәьмин итеү б‑са халыҡ комиссары, 1921 й. — Башпомгол (ҡара: Асығыусыларға ярҙам комиссиялары) рәйесе урынбаҫары, РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты бүлеге мөдире, БАССР‑ҙың Үҙәк архивы мөдире, 1923 й. — Ырымбур башҡорт педагогия техникумы дир., 1926 й. — Респ. ҡулланыусылар кооперацияһы идараһы рәйесе, 1931 й. башлап Өфө моторҙар етештереү з‑дының бүлеге нач., 1932—34 йй. Белорет металлургия з‑дында дир. урынбаҫары. “Петроград өсөн көрәштә башҡорттар” (1925) документаль очеркы; Граждандар һуғышы ваҡиғалары, Башҡортостанда совет власын урынлаштырыу һ.б. т‑да “Йәшелдәр” (1928), “Түңәрәк өҫтәл” (1934) хикәйәләре авторы. Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының 1‑се Бөтә башҡ. съезы депутаты (1920). Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1921). Репрессияланған (1937), атылған. 1958 й. реабилитацияланған.

Әҙәб.: Насиров Р. Уҙамандарҙы эҙләйем. Өфө, 1997; Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

З.Я.Шәрипова, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.