ЛОБОВ Владимир Николаевич (22.7. 1935, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а.), хәрби эшмәкәр. Хәрби ф. д‑ры (1987), проф. (1991). Армия ген. (1989). Чехословакиялағы ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусы (1968). Рязань артиллерия уч‑щеһын (1959), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1967) һәм СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (1979; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1954 й. алып Совет Армияһында. 1959— 60 йй. Рязань артиллерия уч‑щеһында взвод ком., 1967 й. башлап батальон ком., 1969 й. — мотоуҡсылар полкы штабы нач., 1971—77 йй. айырым күнекмә мотоуҡсылар полкы, күнекмә мотоуҡсылар див., армия корпусы ком., 1979 й. алып 28‑се армия командующийы, 1981 й. — Ленинград хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының 1‑се урынбаҫары, 1984 й. — Урта Азия хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, 1987 й. — СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабы нач. 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1989 й. башлап Варшава килешеүенең Берләшкән Ҡораллы көстәре штабы нач., 1991 й. — М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. нач., авг.—дек. Ҡораллы көстәр ген. штабы нач. һәм бер үк ваҡытта СССР оборона министрының 1‑се урынбаҫары. 1999 й. алып РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының төп инспекторы, 2008 й. — РФ Оборона министрлығының ген. инспекторы, 2014 й. — РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабы советнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби оҫталыҡҡа һәм информатикаға арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Ҡыҙыл Байраҡ (1988), 2‑се дәрәжә Кутузов (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1969), 2‑се (1985) һәм 3‑сө (1975) дәрәжә “СССР Ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн”, Дуҫлыҡ (1997), Батырлыҡ (2000), Почёт (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Военная реформа: связь времён. М., 1991; Очерки истории отечественных военных реформ. М., 1995; Энергия власти. Александр I и Наполеон II. М., 2009.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Фото: В.Н.Лобов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика