ЛОБАНОВ Сергей Александрович (30.9.1957, Өфө), патофизиолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н), 1989—97 йй. Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда. 2003 й. алып БДПУ‑ла (2005—11 йй. физиология һәм физик тәрбиәнең мед.‑биологик нигеҙҙәре каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге яраланғанда патофизиологик үҙгәрештәрҙе коррекциялау ысулын эшләүгә, офтальмохирургияла трансплантология, физик культураның организм үҫешенә йоғонто яһауы мәсьәләләренә; наркомания, токсикомания һәм алкоголизмды профилактикалауға арналған. Л. ҡатнашлығында гликозаминогликандарҙы билдәләү өсөн мейе туҡымаһын әҙерләү, көсәйеүсе күрәшлекте, күҙ мөгөҙсәһе йәрәхәттәрен дауалау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 200‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Влияние гипоксии и гиподинамии на функции мозжечка (экспериментальное исследование). Уфа, 2009 (авторҙ.); Мозжечок и факторы среды. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика