ҠЫПСАҠ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: аҡ‑Ҡ. (нуғай‑Ҡ., төрөкмән‑Ҡ.), бошман-һыуын‑Ҡ., гәрәй‑Ҡ., ете ырыу‑Ҡ., ҡара‑Ҡ. (ҡарый‑Ҡ.), ҡарағай‑Ҡ., Ҡ., сәнкем‑Ҡ., һары‑Ҡ., һарыш‑Ҡ. Тамғалары — .

Этник яҡтан б.э. 2‑се мең йыллығы башында Һырдаръяның түбәнге ағымына һәм Арал буйына күсеп ултырған Үҙәк Азия һәм Алтайҙың монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡыпсаҡ” этнонимы алтайҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, нуғайҙарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына Арал буйының иран, уғыр һәм төрки-бәшнәк ҡәбиләләре мөхитендә, һуңыраҡ Каспий һәм Урал буйы ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһендә (ҡара: Дәшти Ҡыпсаҡ) йәшәүе йоғонто яһай. 10—13 бб. ҡыпсаҡ ҡәбиләләре (ҡара: Ҡыпсаҡтар) составында Ҡ. Волга буйына һәм Урал алдына күсенеп, Оло һәм Кесе Үҙән йй. үҙәндәрендә, Чижа й. ташыу урындарына, Һамар й. һәм уның ҡушылдығы Кинәле й. (барыһы ла — Волга й. басс.) буйҙарына, Дим й. үрге ағымына, Ағиҙел м‑н Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) йй. араһына ултыра. 14 б. аҙ. — 15 б. башында Ҡ. Каманың һул ярына (уға Минзәлә й. ҡойған урынға тиклем), Ағиҙел, Дим, Өфө йй. түбәнге ағымына, Баҙы, Тере Танып, Эйек, Һалмыш (Һаҡмар й. ҡушылдығы), Сөн йй. һәм Асылыкүл тирәһенә урынлаша. Ҡәбиләнең бер өлөшө Ағиҙелдең үрге ағымына, Еҙем й. үҙәндәренә, һуңыраҡ көнсығышҡа, Башҡортостандың таулы-урманлы төбәктәренә китә. 15— 17 бб. Урал аръяғында төпләнә. Бер өлөшө Нөгөш (Ағиҙел ҡушылдығы) һәм Оло Эйек (Һаҡмар ҡушылдығы) йй. басс., Һаҡмарҙың түбәнге ағымына тиклем таралып ултыра. 16— 18 бб. Ҡ. киренән көнбайышҡа һәм көньяҡҡа хәрәкәте башлана: ҡәбиләнең бер өлөшө Һамар үҙәндәрен биләй, ҡалғаны Оло һәм Кесе Үҙән, 1‑се һәм 2‑се Чижа йй. басс., Чижаның ташыу урындарына ҡайта; 19 б. 2‑се ярт. Ҡ. бер аҙ өлөшө Оло Ырғыҙ й. (Волга ҡушылдығы) үрге ағымына һәм уның ҡушылдығы Кәмәлек й. басс. (ҡара: Ырғыҙәмәлек башҡорттары) күсенә. 18 б. Ҡ. бөрйән, мең, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай даруғаһының Ҡыпсаҡ улусын тәшкил итә. П.И. Рычков мәғлүмәттәре б‑са, бында 18 б. уртаһында 1332 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Ҡ. йәшәгән ерҙәр Боғорослан өйәҙенә, Быҙаулыҡ өйәҙенә, Верхнеурал өйәҙенә, Стәрлетамаҡ өйәҙенәһәм Ырымбур өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 6‑сы (артабан 7‑се), 8‑се (7‑се, 8‑се) һәм 9‑сы (10‑сы) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡарай.

Ырыу биләгән терр‑я хәҙер БР‑ҙың Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Йылайыр, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Хәйбулла, Әбйәлил, Әлшәй; Ырымбур өлк. Абдулла, Александровка, Гай, Красногвардейский, Ҡыуандыҡ, Матвеевка, Октябрьск, Переволоцк, Төйлөгән, Һарыҡташ, Яңы Сергиевка; Һамар өлк. Оло Глушица, Оло Черниговка; Һарытау өлк. Перелюб һәм Пугачёв; ТР‑ҙың Аҙнаҡай һәм Аҡтаныш р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке