ЛЛОЙДИЯ (Lloydia), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда көҙгө Л. үҫә. Япрағы күп һанлы ҡоро еңсәләр м‑н ҡапланған оҙонса‑конус формаһындағы һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, 5—40 см бейеклектә; 2 тар оҙонса ер яны япрағы һабаҡтан оҙонораҡ, 3—5 һабаҡ япрағы ҡыҫҡараҡ һәм киңерәк, сиратлы. Сәскәһе аҡ төҫтә, буранка формаһында, ғәҙәттә яңғыҙар. Тажы ирекле 6 япраҡсанан тора, тышҡы 3‑һөнөң төбөндә һары таптар бар, эскеләре (емеш янында ҡалалар) 3 ҡыҙыл һыҙатлы. Июнь башында сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, июлдә өлгөрә. Белорет р‑нында Машаҡ һыртында, Ирәмәл һәм Ямантау тауҙарында үләнле‑мүкле тундрала үҫә. Декоратив үҫемлек. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика