ҠЫПСАҠ, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Ҡыймаҡ ҡәбиләләре берләшмәһенә (ҡара: Ҡыймаҡ) ингән, Ҡыймаҡ ҡағанаты ойошоуҙа ҡатнашҡан. 11—13 бб. Ҡ. көнбайышта Дунай й. алып көнсығышта Иртыш й. тиклем Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы, Азов, Каспий һәм Арал диңгеҙҙәре буйы далаларына (ҡара: Дәшти Ҡыпсаҡ) таралып ултырған. 11 б. уртаһы — 12 б. башында 5 хәрби-сәйәси берләшмә (урҙа) барлыҡҡа килтергәндәр: Алтай-Себер, Ҡаҙағстан-Урал буйы, Дон, Днепр, Дунай буйы. 13 б. 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында Алтын Урҙа составына ингәндәр. Күсмә малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек төп хужалыҡ тармаҡтары булған. Тимерселек эше алға киткән. Көньяҡ Уралда Ҡ. ерләү ҡомартҡылары таш һәм тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән (ҡара: Байғусҡар ҡурғаны II, Ишҡол ҡурғандары, Теләүғол ҡурғандары һ.б.) ғибәрәт. Ҡәбер соҡорҙарында йылҡы тиреһе һәм һөйәктәре табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө тар ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙә ҡорал (туҙ һаҙаҡтар, тимер, һөйәк уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, тимер хәнйәрҙәр, ҡылыстар, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар), эйәр-өпсөн (ағас эйәрҙәр, тимер өҙәңгеләр, ауыҙлыҡтар), биҙәнеү әйберҙәре (сәс биҙәүестәре, баҡыр көҙгөләр, һорау билдәһе рәүешендәге баҡыр, алтын һәм көмөш һырғалар, баҡыр һәм көмөш йөҙөктәр, баҡыр һәм тимер таралғылар, тәңкәләр, быяла муйынсаҡтар) табылған. Ҡ. күп төрки телле халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, татарҙарҙың, этник һәм мәҙәни үҫешенә йоғонто яһаған.

Әҙәб.: Фёдоров-Давыдов Г.А. Кочевники Восточной Европы под властью золотоордынских ханов. М., 1966.

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.