АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарынан һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙан алтын табыу б‑са тау сәнәғәте тармағы. 18 б. уртаһынан Башҡортостанда алтын һәм башҡа затлы металдарҙы эҙләү һәм табыуҙы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр алып бара. Ырымбур губернаһында сәнәғәт өсөн алтын табыу 1823 й. Мейәс й. басс. һибелмә ятҡылыҡтар асылғас һәм Мейәс ҡаҙна алтын промыслаларын ойошторғас башлана (ҡара: Мейәс алтын приискылары). 19 б. 30‑сы йй. алып Ырымбур губ. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шәхси алтын приискылары асыла. Ерҙе бүлеү һәм аҫаба башҡорттар м‑н мөнәсәбәттәр указ (1832 й. 10 апр.) м‑н көйләнә; уға ярашлы, аҫаба башҡорттар алтынлы биләмәләрҙе закон б‑са алтын табыу хоҡуғы булған шәхси кешеләргә ҡуртымға бирә; ер килешеүҙәре төҙөлгән контракттың башҡорттар өсөн файҙаһын билдәләүсе хәрби губернатор контроленә күсә. 1870 й. Шәхси алтын сәнәғәте уставы индерелгәндән һуң, бөтә ҡатлам кешеләренә алтын табыу м‑н шөғөлләнергә рөхсәт бирелә. Приискылар Уй й. һәм уның ҡушылдығы Шартым; Урал й. һәм уның ҡушылдыҡтары Миндәк, Оло Ҡыҙыл, Төйәләҫ һәм Таналыҡ; Һаҡмар һәм уның ҡушылдығы Йылайыр; Оло Әүжән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйҙарындағы һибелмә ятҡылыҡтарҙа урынлашҡан. Уларҙың иң ҙуры Уй й. үрге ағымындағы ятҡылыҡтарҙағы Троицк алтын приискылары була. 19 б. 1‑се ярт. А.т.с. өсөн ҙур акционерҙар компаниялары (60‑сы йй. башына — 29, ш. иҫ. “Жемчужников һәм КО”, “Жуковский һәм КО”, Илтабан алтын приискылары һ.б.) асылыуы хас. Приискыларҙың иң ҙурҙары Горяевтар, А.Ф.Козелл-Поклевский, А.П.Прибылев, Рәмиевтәр, Шәриповтар һ.б. алтын сәнәғәтселәренеке була. 19 б. 40‑сы йй. алып алтын табыу ш. уҡ Ырымбур казак ғәскәрҙәре ерҙәрендә алып барыла, бында Кочкарь алтын приискылары иң һөҙөмтәлеләре була. Ятҡылыҡтар ер аҫты һәм асыҡ ысулдар м‑н үҙләштерелә. Башлыса ҡул хеҙмәте файҙаланыла, алтын гравитация алымы м‑н сығарыла. Күпселек приискыларҙа алтынлы ҡомдо йыуыуҙа үтә ябай алтын йыуыу ҡоролмалары (улаҡ, ҡул станоктары һ.б.) ҡулланыла; ат йәки һыу көсө ҡулланылған һөҙөмтәлерәк ҡоролмалар [“агте” мискәләре (ҡара: А.А.Агте), тырмалар, бутаралар, алдырҙар һ.б.] ҙур компаниялар приискыларында файҙаланыла. Ҡомдо табыу урынынан алтын йыуыу ф‑каларына ташыу өсөн даими һәм ваҡытлыса тимер юлдар (тәгәрмәсле үткәргестәр) төҙөлә. 19 б. 40‑сы йй. алып амальгамалау ысулын ҡулланыу алтын табыуҙың үҫешенә килтерә. 1860 й. 223 алтын приискыһы була, йылына 170 ботҡа яҡын алтын сығарыла; 14336 кеше, башлыса старателдәр эшләй. 19 б. 60—70‑се йй., һибелмә ятҡылыҡтарҙың бөтөп барыуы арҡаһында, алтындың төп ятҡылыҡтарын файҙаланыу өҫтөнлөк ала башлай. 1884 й. Ырымбур губ. ятҡылыҡтарында 53 бот мәғдән алтыны сығарыла, был Рәсәйҙә табылған бөтә мәғдән алтынының 72%‑ын тәшкил итә. 19 б. 60‑сы йй. аҙ. алып һыу һәм быу алтын йыуыу машиналары ҡуя башлайҙар. 1897 й. Ырымбур тау округы приискыларында 129 быу машинаһы һәм 158 быу ҡаҙаны эшләй. 19 б. аҙ. Кочкарь алтын приискыларында Уралда тәүге тапҡыр алтын сығарыуҙа хлорлау һәм цианлау ысулдары ҡулланыла; алтын сығарыу б‑са ф‑калар төҙөү башлана. А.т.с. алтын сығарыу б‑са 17 ф‑ка эшләй, уларҙа 64 боттан ашыу алтын алына (1901). 20 б. башынан А.т.с. драгалар (драга ысулы) файҙаланыла. 19 б. аҙ. — 20 б. башында сит ил капиталы ҡатнашлығында А.т.с. акционерлаштырыу үткәрелә; приискыларҙы яңыртыу, яңы пр‑тиелар (Түбә, Семёновка ф‑калары һ.б.) төҙөү, уларҙы яңы машиналар һәм ҡорамалдар м‑н тәьмин итеү тормошҡа ашырыла, был мәғдәндән алтын сығарыуҙы 60—70%‑ҡа еткерә. Ырымбур губ. сиктәрендә 35 алтын сәнәғәте акционерҙар ойошмаһы һәм пай ширҡәте һанала (1895). 1920 й. национализациялауҙан һуң А.т.с. пр‑тиелары — “Уралзолото” тресы, 1922 й. алып Башгортрест (ҡара: “Башзолото”) ҡарамағына күсә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында старателдәр эше үҫешә (алтын табыу күләменән 60—90%). 1966 й. башлап А.т.с. пр‑тиелары “Уралзолото” ПБ‑на ҡарай. 1918—29 йй. — 12443 кг, 1930—37 — 12604, 1941—45 — 8808, 1946—91 65045 кг алтын табыла. БР‑ҙа 2006 й. А.т.с. “Башкиргеология”, “Алтын үҙән” старателдәр артеле ЯСЙ, “Альтинвест” ЯСЙ, “Аурит” ЯСЙ (һибелмә алтынды, шлюздарҙа байыҡтырып, гидравлик ысул м‑н табыу); “Башҡортостан алтын табыу компанияһы” ЯАЙ ғилми-производство фирмаһы (Учалы ҡ.), “Семёновка руднигы” ЯСЙ, “Екатеринбург сәнәғәт төркөмө” ЯСЙ (туплау һәм ер аҫтында йыуыу ысулдары м‑н алтынлы, окисланған мәғдәнде табыу һәм байыҡтырыу), Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ, “Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығы” ААЙ (Сибай ҡ.), Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты (комплекслы алтынлы мәғдәндәрҙе табыу һәм байыҡтырыу) пр‑тиеларынан тора. Респ. йыллыҡ алтын табыу күләме — 9358 кг (алтын мәғдәне ятҡылыҡтарында 165 кг, комплекслы — 9008 кг, һибелмә — 185 кг); юлдаш көмөш табыу күләме — 101,3 т (2009). А.т.с. продукцияһы (шлих алтыны, алтынлы шламдар һәм алтын иретмәләре) — Приокск төҫлө металл з‑дында (Рязань өлк.), алтынлы баҡыр концентраттары — “Святогор” комб‑тында (Красноуральск ҡ.), Кировград һәм Урта Урал баҡыр иретеү з‑дтарында (Свердловск өлк. Кировград һәм Рәүҙе ҡҡ.); цинк концентраттары Силәбе электролит цинк з‑дында эшкәртелә. БР алтын табыу б‑са Уралда 2‑се урынды биләй (2006).

Әҙәб.: Казаков П.В., Салихов Д.Н. Полезные ископаемые Республики Башкортостан (россыпное золото). В 2 ч. Ч.2. Уфа, 2006; Mакарова В.Н. Золотодобывающая промышленность Башкортостана в период двух модернизаций (80-е гг. 19—30-е гг. 20 вв.). Уфа, 2006.

И.И.Девятов, П.В.Казаков, Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.