ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Туймазы р‑ны. 1938 й. нигеҙләнгән. Ҡандра районында уҡытыу урыҫ телендә алып барылған беренсе мәктәп. Ҡандра‑Ҡотой а. филиалы эшләй. Ағас эшкәртеү һәм слесарҙар оҫтаханалары, кулинария һәм тегеү кабинеты, 2 спорт залы бар. Мәктәпте 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында Г.Н.Утляков, В.Н.Финогентов. Мәктәп бинаһына Афғанстандағы һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар М.С.Лотфуллин м‑н В.В.Филипповҡа арналған мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (2004).

Р.Ф.Сәлишева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.