ҠЫПСАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Аҡкүҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 135 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 456 кеше; 1920 — 490; 1939 — 365; 1959 — 147; 1989 — 173; 2002 — 148; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 17 б. Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Исеме “ҡыпсаҡ” этнонимына бәйле. 1816 й. ш. уҡ мишәрҙәр иҫәпкә алынған. 1865 й. 45 йортта 240 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.