ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТ. Дыуан р‑нының Мәсәғүт а. урынлашҡан. 1996 й. 117‑се проф. уч‑ще базаһында мәктәп‑интернат булараҡ асыла, 1997 й. алып Республика лицей‑интернаты. Китапханаһы, компьютер класс‑лабораторияһы, лингафон һәм 3 мультимедиа кабинеты, этнография музейы, тамаша, бейеү, уҡыу, көрәш, тренажёр һәм спорт залдары, еңел атлетика манежы, саңғы базаһы, мед. блогы, йәшелсә һаҡлағысы, мәктәп яны участкаһы бар. Лицейҙы 1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011).

Ф.Я.Бәҙретдинова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.