ҠАНДРА-ТӨМӘКӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 35 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.-Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 293 кеше; 1920 — 338; 1939 — 280; 1959 — 182; 1989 — 107; 2002 — 100; 2010 — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы Ҡандракүл а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1785 й. рәсмиләштерелгән) б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1896 й. тиклем халҡы (40 йортта 255 кеше йәшәгән) Ҡандракүл а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Ҡандратамаҡ исеме м‑н теркәлгән. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында балыҡсылыҡ булған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке