ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ (Campanula), ҡыңғырау сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 11 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, яланғас йәки ҡыҫҡа төклө, бейеклеге 15— 120 см. Япраҡтары сиратлы, киртләсле йәки киртләсле‑тешле, ҡайһы берҙә тамыр яны розеткаһына йыйылған, өҫкөләре ланцет йәки ланцет‑ҡыяҡлы, ултырма, аҫҡылары оҙонса йәки кире йомортҡа формаһында, йөрәк йәки оҙонса йөрәк формаһында, ултырма йәки һаплы. Сәскәләре ҡушма тажлы, зәңгәр, күк, күкһел шәмәхә төҫтә, һепертке йәки суҡ һымаҡ сәскәлектәрҙә. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында урманда, далала, урман аҡланында, болонда үҫә. Баллы үҫемлектәр. Болония Ҡ.с. — һитәле үҫемлек, баллы япраҡлы Ҡ.с., яҫы япраҡлы Ҡ.с. — декоратив үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, инулин, лайлалар, стероидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Кесерткән япраҡлы Ҡ.с., битләү Ҡ.с., себер Ҡ.с. тамырҙарын, йәш өҫкө өлөштәрен аҙыҡ итеп ҡулланырға мөмкин.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.