АҠСУРИН Басир Ғәйфулла улы (10.6.1945, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Батыр а.), философ. Соц. ф. канд. (1996), филос. ф. д‑ры (2004). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) ӨАИ‑ла, 1980 й. алып ӨДСИ‑ла, 1986 й. — БДМУ‑ла, бер үк ваҡытта 1992—94 йй. Өфө механика-технология колледжында эшләй. 1997 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре валеология, сәләмәтлек социологияһы, йәмғиәттең рухи тормошо проблемаларына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социальные условия и факторы формирования валеологической культуры. Уфа, 2006; Духовная и телесная организация человека. Уфа, 2007.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.