ҠАНДРАКҮЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 2 км һәм Приют т. юл ст. К.-Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 100 кеше; 1959 — 110; 1989 — 142; 2002 — 151; 2010 — 131 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙағында Бәләбәй кантонында ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке