ҠАНДРАКҮЛ, Өҫән й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы, БР‑ҙа күл өҫтө майҙаны б‑са 2‑се урында тора. Туймазы р‑ны Ҡандра а. көньяҡ- көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында, Ҡандракүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 15,6 км2, уртаса оҙонлоғо 6,5 км (макс. — 8,1 км), уртаса киңлеге 2,4 км, уртаса тәрәнлеге 7,2 м (макс. — 15,6 м), һыу күләме 112,7 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 67,1 км2.

Карст һәм тау тоҡомдары ишелеү һөҙөмтәһендә, өҫкө пермдең өфө ярусы һәм ҡазан ярусы тоҡомдарында (ҡомташ, балсыҡ, мергель, эзбизташ, доломит) барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған; күл төбөндә көкөртлө водород булған балсыҡлы батҡаҡ (ҡалынлығы 4—5 млн м3) бар. Тымыҡ күл, бәләкәй шишмәләр ҡоя. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе 3,4—5,0 м. Ҡатнаш, күбеһенсә ямғыр һыуы м‑н туйына. Һыуы сөсө, аҙ ғына һелтеле, сульфат‑натрийлы. Күл мезотрофлы. Ярҙарында ике киртләс айырыла: төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш ярҙары тәпәш, киң ҡомло һыу инеү һыҙаты һуҙылған; көньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш ярҙары бейек. Көньяҡ ярында тәбиғи ер аҫты һыуҙары минераль һыу сығанаҡтары булып ағып сыға. Күлдең тирә‑яғындағы ландшафт киң япраҡлы урмандарҙан һәм болонло далаларҙан тора. Яр буйында бейек андыҙ, меңъяпраҡ, мәтрүш, ябай һарыгүҙ һ.б. үҫә. Күлдең төньяҡ‑көнбайышында утрау (киңлеге 300—500 м, оҙонлоғо 1 км) бар, унда ҡыуаҡтар, ултыртылған ҡайын һәм ҡарағай үҫә, реликт һәм эндемиктар осрай. Күлдә ҡарабалыҡ, сабаҡ, суртан, табан балыҡ, шамбы, күл эргәһендә аҡсарлаҡ, ҙур ҡарабаш турғай, ҡор, сел, сәпсек һ.б. йәшәй. Осоп барышлай аҡҡош, европа ҡағарағы, ҡаҙ, этала ҡаҙ һ.б. һирәк ҡоштар туҡтала. Һыу ағыҙғыс ҡоролма төҙөлгәндән һуң һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе кәмегән.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке