ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ, дауалау маҡсатында ҡымыҙҡулланыу. Ҡымыҙҙағы еңел үҙләштерелә торған аҡһымдар, витаминдар, микроэлементтар, туйындырылмаған май к‑талары һ.б. уның шифаһын билдәләй.

Ҡ.м.д. аш һеңдереү, тын алыу, ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар, йөрәк‑ҡан тамырҙары, нервы һәм эндокрин системалары ауырыуҙары күҙәтелгәндә, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, иммунитетты күтәреү, аппетитты нормалаштырыу һ.б. өсөн тәҡдим ителә. Ашҡаҙан‑эсәк юлы ауырыуҙары киҫкенләшкәндә һәм ҡымыҙҙы шәхси ҡабул итә алмағанда эсеү тыйыла. Башҡортостанда башҡорттар элек‑электән ҡымыҙҙы халыҡ медицинаһында ҡулланған. 19 б. уртаһынан бейә ҡымыҙы туберкулёз м‑н ауырығандарҙы дауалауҙың иң һөҙөмтәле сараһы булып таныла, был Ҡ.м.д. үҫешенә, Ҡ.м.д. урындары һәм шифаханалар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Беренсе Ҡ.м.д. шифаханаһы 1890 й. эшләй башлай (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге шифахана). 20 б. башынан Башҡортостан Ҡ.м.д. б‑са фәнни тикшеренеү үҙәгенә әүерелә: ҡымыҙҙың составы тикшерелә, Ҡ.м.д. күрһәтмәләр, шифахана режимы, төрлө ауырыуҙарҙы дауалау методикаһы әҙерләнә (П.Ю. Берлин, К.Н.Нефтель, А.Н.Рубель).

30 йй. уртаһынан Медицина университетында Ҡ.м.д. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыла: йәйге һәм ҡышҡы ҡымыҙ составында С витаминының булыуы асыҡлана (В.Н.Зюзин); кешенең инфекцион ауырыуҙары ҡуҙғытыусыларына ҡымыҙҙың йоғонтоһо (А.А.Шустер), ашҡаҙан‑эсәк юлы ауырыуҙары (З.В.Асҡаров, С.В.Базанова, З.Ш.Заһиҙуллин) һәм туберкулёздың төрлө сағылыштары ваҡытында (М.Н.Карнаухов, Н.С. Пономарёва, Ә.Ғ.Шамаев), ш. иҫ. бәүел‑енес системаһы туберкулёзы (Л.П.Крайзельбурд, Н.Г.Хисмәтуллин) күҙәтелгәндә, Ҡ.м.д. файҙаһы өйрәнелә. 60‑сы йй. башында киптерелгән бейә һөтөнән ҡымыҙ етештереү тәжрибәһе уҙғарыла (И.А.Сайгин, М.Ф.Халдина), уның составы, ш. иҫ. микроэлементтар миҡдары (А.Ғ.Вәлиев, Ә.С.Мифтахова, А.А.Шәйхиев) өйрәнелә. Ҡ.м.д. шифахана шарттарында ҡулланыу мәсьәләһе ҡарала (Л.Ғ. Байымбәтов); фтизиоурологик (Р.З. Вәлиәхмәтов, Г.В.Коржавин), неврологик (Н.А.Борисова) ауырыуҙарҙы, ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙарын Ҡ.м.д. ысулдары камиллаштырыла (С.В.Михайловский). Бронхы‑ үпкә ауырыуҙары ваҡытында ҡымыҙҙың иммунитетты нығытыу үҙенсәлеге (Ш.З.Заһиҙуллин, В.Л.Нәзифуллин, Р.В.Әхмәҙуллин), гипертония ауырыуын һәм йөрәктең ишемия ауырыуын дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә ҡымыҙҙың антиоксидант һәм гиполипидемик файҙаһы (Л.Т.Ғилметдинова) асыҡлана. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларына операциянан һуң тергеҙеүсе дауалауҙа ҡымыҙҙың ыңғай йоғонтоһо билдәләнә (А.Р.Ғилметдинов, О.В.Ғәлимов, Л.С.Минеева).

2001 й. Ҡ.м.д. мәсьәләһе БДМУ‑ның тергеҙеүсе медицина һәм курортология ҒТИ‑нда өйрәнелә. Республикала Ҡ.м.д. С.Т.Аксаков ис., “Глуховская”, “Йоматау”, “Толпар”, “Шафран” һ.б. шифаханаларында ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Курортология.

Әҙәб.: Гильмутдинова Л.Т., Кудоярова Р.Р. Кобылье молоко и кумыс (история, состав, свойства, производство). Уфа, 2011; Гильмутдинова Л.Т. Кумыс в медицине. Уфа, 2011.

 

Л.Т.Ғилметдинова

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.