ЛИХОВ Виталий Кузьмич (1.5.1926, Мәскәү губ. Дмитриевское а.), инженер‑металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1987). Себер металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң  (Новокузнецк ҡ., 1951) 1994 й. тиклем Белорет металлургия комб‑тында эшләй: участка нач., 1953 й. алып бүлек нач. урынбаҫары, 1954 й. — смена нач., сым станы обер-мастеры, 1958 й. — прокатлау цехы нач. урынбаҫары, 1968 й. — баш металлург урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, 1969 й. — дир. урынбаҫары, 1973 й. — баш инженер, 1983 й. — лаб. начальнигы. Юғары сифатлы һуҙылған сым һәм металл эшләнмәләр изделиелары; ҡоростоң канат, конструкция, инструмент, рессорлы-пружиналы, подшипниклы һәм тутыҡмай торған маркаларын етештереү технологияһын эшләүҙә һәм үҙләштереүҙә ҡатнаша. 3 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1987). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971, 1976).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: В.К.Лихов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика