АҠСУЛПАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Аҡсулпан а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны Күсәрбай а.) башҡорттарынан.

Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсәрбай А., кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы. Дворян (1793 й. алып). 1798 й. — 19 б. башында 7‑се башҡ. кантоны башлығы.

Уның улдары: Аралбай А., ғәскәр старшинаһы. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1913—14) ҡатнашыусы. 2‑се Башҡ. полкында хеҙмәт итә. 1812 й. 16 июлендә Гродно губ. Кобрин ҡ. янындағы һуғышта батырлыҡ күрһәтә. 3‑сө дәрәжә Изге Анна орд. (1812), “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә”, “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” миҙалдары м‑н бүләкләнгән; Әхмәтшафиҡ А. (1779—1843), поход старшинаһы, йорт старшинаһы ярҙамсыһы, 14‑се класлы чиновник (1813). 1821 й., 1832 й. һәм 1839 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә; Таип А. (1797—1847), поход яҫауылы. 1832 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә.

Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы А. (1868—?) билдәле, подполковник (1917). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1909 й. 234‑се Сызрань резерв батальонында (Сембер ҡ.) хеҙмәт итә, 1917 й. — Киев округ артиллерия идаралығы нач. вазифаһын башҡарыусы. 1917 й. дек. Кесе ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана, 1918 й. июлендә Башҡорт ғәскәренең 1‑се Башҡ. уҡсылар бригадаһы ком., авг. 1‑се Башҡ. пехота див. нач. итеп тәғәйенләнә. 1920 й. АСБР‑ҙың Запастағы ғәскәрҙәр идаралығы нач. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Шулай уҡ Вәли Ҡотләхмәт улы А. (1889, Күсәрбай а. — ?) билдәле. Верхнеудинск ҡ. 19‑сы Себер уҡсылар полкында, 1917 й. Февраль революцияһынан һуң Силәбе ҡ. Ҡыҙыл Армияның 1‑се запастағы полкының татар-башҡ. батальонында хеҙмәт итә. 1919 й. алып АСБР Эске эштәр ХК‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 18 б. аҙағында А. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Ә.З.Әсфәндиәров, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018