ҠАНДАЛАЛАР, ярым ҡаты ҡанатлылар (Hemiptera), бөжәктәр отряды. 50 ғаиләһе, 30 меңдән ашыу төрө билдәле; БР‑ҙа 50‑гә яҡын төрө бар. Кәүҙәһе яҫы, 1—50 мм оҙонлоҡта. Төрлө сағыу төҫтә. Башында 2 ҡатмарлы күҙ урынлашҡан. Ауыҙ аппараты сәнсеп-һурған томшоҡ рәүешендә. Мыйығы, ғәҙәттә, 4 йәки 5 өлөштән тора, ҡара төҫтә, еп йәки суҡмар рәүешендә. Ҡанаты 2 пар. Күп Ҡ. өҫкө ҡанатының төп өлөшө ҡаты, ос өлөшө йомшаҡ, тамырсыҡлы; ҡайһы берҙәренең бөтә өлөштәре лә бер төрлө йәки өҫкө ҡанаты бөтөнләй юҡ. Еҫле биҙҙәре күкрәгенең аҫҡы яғында, балағорттарҙың — ҡорһағында урынлашҡан. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Айырым енесле, йомортҡа һала; үрсемлелеге түбән. Балағорто, 4—5 тапҡыр ҡау һалып, бер нисә аҙнанан алып 2 йылға тиклем үҫешә; оло бөжәктән тәненең пропорцияһы һәм ҡанатының булмауы м‑н айырыла. Ҡ. йылына 2—3 быуын бирә. Оло бөжәктәр ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре төндә әүҙем. Йыртҡыс Ҡ. — бөжәктәрҙең һ.б. умыртҡаһыҙҙарҙың һуты м‑н, үҫемлек м‑н туҡланыусы Ҡ. — үҫемлектәрҙең һуты м‑н, ҡайһы берҙәре ҡатнаш туҡлана; йылы ҡанлы хайуандар һәм кеше (өй ҡандалаһы) паразиттары бар. Йыртҡыс Ҡ. ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә, башҡа төрҙәре (ҡарағай ҡандалаһы, рапс ҡандалаһы, сөгөлдөр ҡандалаһы һ.б.) — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, һыу Ҡ. (салҡан, ишкәксе һ.б.) балыҡсылыҡҡа зарар килтерә.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке