ҠАНДАЛАГӨЛ (Lepidium), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ер шарының арктик булмаған өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—80 см. Һабағы төҙ, ябай йәки тарбаҡлы. Япрағы йомортҡа, ланцет йәки таҫма формаһында, бөтөн ситле йәки теленмә, сиратлы, ултырма йәки япраҡты яртылаш уратып алған. Сәскәһе аҡ йәки һары төҫтә, һирәк йәки ҡуйы тәлгәштәргә йыйылған. Май—авг. сәскә ата. Емеше — пәрҙәле бәләкәй ҡуҙаҡ, июль—сент. өлгөрә. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, ҡалдауҙарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә, юл ситтәрендә, ҡоро далаларҙа үҫә.

Сүп Ҡ. республиканың бөтә терр‑яһында таралған, киң япраҡлы Ҡ. башлыса Башҡортостандың Урал алдында, итләс япраҡлы Ҡ. ш. уҡ Хәйбулла р‑нында, ҡуйы сәскәле Ҡ. һәм теҙмә Ҡ. Өфөлә, Өфө р‑нында осрай. Ҡ. составында С, Е витаминдары, каротин, дуплаусы матдәләр, кумариндар, сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы, инсектицид ҡый үләне. Киң япраҡлы Ҡ. — ашарға яраҡлы үҫемлек. Культурала сәсеүлек Ҡ. йәки кресс‑салатты ҡулланалар.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке