“ЛИТЕРАТУРНАЯ БАШКИРИЯ” (“Әҙәби Башҡортостан”), альманах. БАССР Яҙыусылар союзының урыҫ секцияһы органы. 1948—62 йй. Өфөлә урыҫ телендә нәшер ителә, бөтәһе 19 киҫәге баҫылып сыға. “Л.Б.” Башҡортостандағы урыҫ телле яҙыусыларҙың, ш. уҡ башҡ. яҙыусыларының урыҫ теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫыла.

Г.Н.Шәмсетдинова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика