ҠЫЛЫСЪЯПРАҠ, һ ы у һ ы н (Comarum), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө — һаҙ ҡылысъяпрағы билдәле; Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Ағас һымаҡ, төйөндәрендә тамырланыусы оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән йәки ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән, тармаҡлы, өҫкө өлөшөндә төклө, бейеклеге 30—60 см. Аҫҡы япрағы ишһеҙ ҡыйғас, 5—7 япраҡсалы, өҫкөһө — өс ҡатмарлы япраҡ. Япраҡсалары ултырма, оҙонса‑эллипс формаһында, осло тешле, аҫҡы яғы буҙ, өҫкөһө — йәшел төҫтә. Сәскәһе эре, яҫы гипантий һәм ике ҡат касалы, тышҡы каса япраҡтары ваҡ, тар ланцет формаһында, эскеләре киң йомортҡа рәүешле, осло, тышҡыларынан ике тапҡыр оҙонораҡ. Каса япраҡсаларының эсе, һеркәстәре һәм емешлек бағанаһы ҡуйы ҡыҙыл төҫтә. Сәскәлеге һирәк, ҡалҡансыҡ рәүешендә. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — күп орлоҡса, июль—авг. өлгөрә. Респ. Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә һаҙлыҡтарҙа, болондарҙа, һаҙлы урмандарҙа һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында үҫә. Декоратив, баллы, һитә биреүсе үҫемлек, дарыу үҫемлеге. Ҡондоҙ һәм мышы өсөн аҙыҡ. Составында флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке