ҠАНБУЛАТ ЮЛДАШЕВ, Ҡайбулат Ю., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Поход старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. нояб. Ырымбур ҡ. ҡушыла. Ҡаранай Моратов һәм Ҡасҡын Һамаров м‑н берлектә Өфө провинцияһына ебәрелә. Нояб.—дек. Стәрлетамаҡ пристанен, Богоявленск заводын, Табын ҡәлғәһен һ.б. баҫып алыуҙа ҡатнаша, Ҡасҡын Һамаров һәм Турай Ишәлин м‑н Өфөнө ҡамауға, һуңыраҡ Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгенә етәкселек итә. 1774 й. йәйендә А.Я.Якубович етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Өфө тирәһендәге һуғыштарҙа, Стәрлетамаҡ пристанен ҡамауҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Кулбахтин Н.М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. Уфа, 2005.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.