“АЛТЫН СОЛОҠ”, зоологик заказник. 1997 й. башҡорт бал ҡорто популяцияһын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә Бөрйән р‑нында урынлашҡан. Сиктәре төньяҡта — Ҡалыу һәм Арҙаҡты һырттарының көньяҡ ситтәре, көнсығышта — Баҙал һырты, көньяҡта — Ағиҙел й., көнбайышта — Шүлгәнташ ҡурсаулығының көнсығыш сиге, төньяҡ-көнбайышта Нөгөш й. һәм Ушарлаҡ һыртының көнбайыш битләүҙәре буйлап үтә. Майҙаны 90,7 мең га, терр‑яның 94,0%‑ын урман ҡаплаған. Заказник терр‑яһы буйлап Оло һәм Кесе Нөгөш, Күжә (Нөгөш й. ҡушылдығы), Ҡурығас (Ағиҙел й. ҡушылдығы) һ.б. йй. аға; “А.С.” сиктәрендә Мәсем тауы һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Туҡмаҡ аҡланы урынлашҡан. Рельефы һыртлы-убалы, тәрән йылға үҙәндәре м‑н йырғыланған. Саған, йыла һәм ҡайын ҡатыш киң япраҡлы имән-йүкә урмандары үҫә. Көньяҡ экспозиция битләүҙәрендә ҡоро ҡарағай урмандары һәм урыны м‑н таулы һолобаш-ҡылғанлы, ҡыуаҡлы далалар таралған. “А.С.” БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: бойҙан, дөйә ҡылғаны, ысын кәкүк ситеге һ.б. Бүре, ҡабан, мышы, себер ҡоралайы, һоро айыу, ябай төлкө, һуйыр, ябай торомтай һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, ваҡ ярғанат, күк ҡарға, һыу туҙбаш йыланы, европа бәрҙеһе, шаршы күкене һ.б., ш. уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән балабан, ҡарағош, бөркөт, көсөгән, сапсан, һунағара, шоңҡар, аполлон һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018