ҠЫЛЫСҮЛӘН (Cladium), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ. үҫә. Йыуан оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы йомро, төҙ, ябай, эсе ҡыуыш, бейеклеге 100— 150 см. Япрағы тиресәле, ҡыяҡлы, аҫ яҡтан киль рәүешле, өҫкө өлөшөндә өс ҡырлы, киль һәм ситтәре буйлап осло бысҡы тешле. Сәскәһе күркһеҙ, ике енесле, сәскә эргәлеге юҡ, ултырма, ҡаплаусы тәңкәләрҙең ҡуйындарында берәмләп урынлашҡан. Сәскәлеге һеперткеле, 1—3 сәскәле бер ергә өйөлгән йомортҡа‑ланцет формаһындағы башаҡтарҙан тора. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — йомортҡа формаһындағы сәтләүек, авг.–сент. өлгөрә. Һаҙлыҡтарҙа һәм йылғаларҙың һаҙланған ярҙарында үҫә. Бик һирәк Дыуан, Ҡалтасы, Мишкә һәм Салауат р‑ндарында осрай. Составында май булған орлоҡтары халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке