ҠЫЛЫМ, хәрәкәтте йәки хәл‑торошто процесс булараҡ аңлатҡан һәм һөйләмдә башлыса хәбәр функцияһын үтәгән һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә Ҡ. лексик нигеҙе бойороҡ һөйкәлешенең берлектәге 2‑се зат формаһы м‑н тап килә, процестың нейтраль мәғәнәһен аңлата. Телмәрҙә үҙенең грамматик системаһы м‑н бәйләнешендә (һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе) генә асыҡлана һәм сағыла. Семантик йөкмәткеһе б‑са арауыҡта төрлө күсеү йүнәлештәрен һәм ысулдарын аңлатҡан хәрәкәт Ҡ.: “төш‑”, “һикер‑”; физик һәм интеллектуаль эшмәкәрлек Ҡ.: “эшлә‑”, “уҡы‑”; арауыҡта йәшәйештең һәм хәл-тороштоң төрлө ысулдарының мәғәнәһен аңлатҡан хәл-торош Ҡ.: “йәшә‑”, “ултыр‑”; фекерләү эшмәкәрлегенең төрлө яҡтарын тасуирлаған фекерләү Ҡ.: “аңла‑”, “дөйөмләштер‑”; телмәр Ҡ.: “һөйлә‑”, “бәхәсләш‑”; физиологик һәм психологик хәл-торошто белдергән Ҡ.: “йоҡла‑”, “борсол‑”; хис‑тойғо һәм һиҙемләү Ҡ.: “ҡыуан‑”, “ишет‑”; ш. уҡ тәртип, өн‑, һыноҡшатыу һ.б. төр Ҡ. айырып йөрөтәләр. Лексик мәғәнәне тулыһынса аңлатыуға бәйле үҙ аллы һәм ярҙамсы Ҡ. айыралар. Үҙ аллы Ҡ. лексик мәғәнәһе була, ярҙамсы Ҡ. төрлө грамматик мәғәнәләрҙе (ваҡыт, модаль, аспектуаль, һүҙьяһалыш һ.б) аңлатыу өсөн ҡулланыла.

Башҡ. Ҡ. һүҙьяһалышында аффиксация һәм һүҙҙәрҙе ҡушыу иң продуктив ысул булып тора: “йырлап ебәр‑”, “ҡаушай төш‑” һ.б. Хәҙ. башҡ. телендә Ҡ. түбәндәге грамматик категориялар м‑н характерлана: зат, йүнәлеш, күсемлелек күсемһеҙлек категорияһы, ҡылым замандары, модаллек, һан, һөйкәлеш, юҡлыҡ категорияһы; ш. уҡ төр формаһының (ҡара: Төр) мәғәнәләре бар. Башҡ. Ҡ. үҙгәрмәүсе формалары: хәл ҡылым, сифат ҡылым, инфинитив һәм исем ҡылым.

Хәл ҡылым төп эште белдереүсе Ҡ. өҫтәмә мәғәнә биреп, уны рәүеше яғынан асыҡлап килә; ғәҙәттә сәбәп, маҡсат, шарт, рәүеш хәле мәғәнәһен, ш. уҡ икенсел хәрәкәттең беренсеһенә ҡарата тәүҙә, бер үк ваҡытта йәки бер- бер артлы башҡарылыуын аңлата; ‑п, ‑а, ‑ғас, ‑ғансы, ‑ғанса, ‑(ы)шлай формаларын айырып йөрөтәләр, мәҫ.: “ҡыҙарып, ҡыҙ башын эйҙе”, “кире ҡайтышлай уны осратты” һ.б.

Сифат ҡылым Ҡ. (күсемлелек-күсемһеҙлек, ваҡыт, йүнәлеш, юҡлыҡ, модаллек категориялары) һәм сифаттың(яраҡлашып килгән зат категорияһының, килеш, һан, эйәлек категорияларыныңбулыуы) үҙенсәлектәрен берләштерә, заттың йәки предметтың эше, хәле, хәрәкәте б‑са билдәһен аңлата. Аныҡлаусы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлап, сифат ҡылым исемгәсинтаксик бәйләнеш — йәнәшәлек һәм башҡарылыу ысулдары аша ҡушыла. Хәҙ. башҡ. телендә: 1) -ған формаһындағы үткән заман сифат ҡылымын: “килгән ҡунаҡ”; 2) -ыусы аффиксы ярҙамында яһалған йәки -а м‑н тамамланған хәл ҡылым һәм “торған” ярҙамсы ҡылым формаһындағы хәҙ. заман сифат ҡылым формаһын: “улы хаҡында ҡайғыртыусы әсә”, “шәл бәйләй торған энәләр”; 3) киләсәк замандағы сифат ҡылым: ‑ыр — “килер ҡунаҡ”; ‑асаҡ — “уҡыясаҡ студент”; ‑аһы — “бараһы ауыл” формаларын айырып йөрөтәләр.

Инфинитив, ғәҙәттә хәрәкәттең маҡсатын белдерә; төп формаһы -рға аффиксы ярҙамында яһала: “эшләргә кит‑”; ‑а формалары һирәгерәк ҡулланыла: “күрә кил‑”; ‑маға: “бармаға ит‑”; ‑маҡ: “күрмәк бул‑”; ‑маҡҡа: “уйнамаҡҡа башла‑” һ.б.; ш. уҡ “кәрәк”, “тейеш”, “мөмкин”, “ярай” модаль һүҙҙәре м‑н бирелгән -ыу формаһы ла ҡулланылып килә: “китеү кәрәк”.

Исем ҡылым Ҡ. морфологик күрһәткестәренә эйә булған исем төрҙәрен аңлата; уға исемдең (эйәлек, килеш, һан) һәм Ҡ. (йүнәлеш, күсемлелек‑күсемһеҙлек, юҡлыҡ, модаллек) категориялары хас. ‑У аффиксы исем ҡылымдың төп күрһәткесе булып тора: “уйлау”, “һөйөү”; ‑маҡ аффиксы һирәгерәк ҡулланыла: “уйнамаҡ”. “Менән”, “өсөн”, “сәбәпле”, “буйынса” һ.б. бәйләүестәр м‑н килеп, -у аффикслы исем ҡылымдар икенсе хәрәкәттән башҡа булған хәрәкәтте: “коридорға инеү менән, мине ҡаршы алдылар”; бер үк ваҡытта башҡарылған хәрәкәтте: “мин тороп ҡалдым күңел һыҙлау менән”; хәрәкәттең маҡсатын: “хушлашыу һүҙен әйтеү өсөн халыҡ йыйылған”; хәрәкәттең сәбәбен: “ауырыу сәбәпле, ул килә алманы” һ.б. аңлата.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.