ҠАНБӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 444 кеше; 1920 — 636; 1939 — 579; 1959 — 561; 1989 — 463; 2002 — 524; 2010 — 483 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мәнәүезтамаҡ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1773 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) һәм дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 12 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 27 йортта — 143 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Н.И.Ирсаева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке