“ЛИТА”, ААЙ. Металл конструкциялар һәм металл изделиелар (сүкеп яһалған һәм иретеп йәбештерелгән рәшәткәләр, ҡоймалар, баҫҡыс яндауырҙары, ҡапҡалар, аҫма түбәләр һ.б.) етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына металл изделиелар участкаһы инә. 2011 й. 28 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1936 й. 1 Май ис. артель булараҡ ойошторола, 1960 й. алып Өфө сорт-прокат з‑ды, 1988 й. — Башҡ‑н сорт-прокат ПБ (төҫлө һәм суйындан ҡойоп яһалған изделиелар, прокат ысулы м‑н эшләнгән металл әйберҙәр, канализация люктары, ҡойоп яһалған нәфис изделиелар, металл мебель, һауыт-һаба, һут һыҡҡыстар, ит үткәргестәр һ.б. етештергән), 1992 й. — хәҙ. исемен йөрөткән ЯАЙ, 2000 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика