ЛИСТЕРИОЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Listeria monocytogenes бактерияһы тыуҙырған инфекцион ауырыу. Инфекция сығанағы: бәүел, тиҙәк һәм башҡа биол. шыйыҡсалар аша тышҡы мөхиткә Л. сығарған кимереүселәр, бөжәк ашаусылар, үлән ашаған хайуандар һәм ҡоштар.

Кеше Л. Күбеһенсә алиментар (инфицирланған аҙыҡ‑түлек һәм һыу ҡулланғанда), һирәгерәк — аэроген (туҙан м‑н, лайлалы тиресә аша), трансмиссив (талпандар һәм башҡа быуынтығаяҡлылар тешләгәндә) юл м‑н йоға, буласаҡ әсәнән инфекция яралғыға күсеүе ихтимал. Ангиноз‑септик, күҙ‑биҙ, нервы, септик‑гранулематоз, ш. уҡ тыумыштан булған формаларға айырыла. Л. йышыраҡ оло йәштәгеләрҙә, ауырлы ҡатындарҙа, яңы тыуған балаларҙа һәм иммунитеты ҡаҡшаған кешеләрҙә барлыҡҡа килә. Инкубация осоро 2—4 аҙна. Төп симптомдары: баш ауыртыу, уҡшыу, ҡоҫоу, 39—40°С тиклем тән т‑раһы күтәрелеү, тамаҡ ауыртыу, лимфа төйөндәре ҙурайыу; септик формала күп ағзалар һәм системалар зарарлана. Л. үҫеш кәмселектәре формалашыуына һәм әсә ҡарынындағы яралғының үлеүенә килтереүе мөмкин. Дауалау антибактериаль, дезинтоксикацион, дегидратацион һәм башҡа саралар ярҙамында башҡарыла. Диагностика үткәреү ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Иҫкәртеү: дератизация саралары, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән ауырлы ҡатындарҙы икенсе эшкә күсереү. Башҡортостанда ауырыу теркәлмәгән.

Хайуандар Л. А.х. малдары һәм ҡоштар, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр һ.б. ауырый; бигерәк тә йәш мал һәм быуаҙ малдар бирешеүсән. Инфекция таратыусылар: ауырыу һәм ауырыу кисергән, ш. уҡ бактерия йөрөтөүсе хайуандар. Инфекцияның тәбиғәттәге төп резервуары — бүлендектәре м‑н һыуҙы һәм мал аҙығын бысратып торған кимереүселәр. Алиментар, аэроген юл м‑н, йәрәхәтләнгән тире һәм лайлалы тиресә аша йоға. Ауырыу тыуҙырыусылар ҡан, лимфа ағымы һәм нервылар аша баш мейеһенә, енес ағзаларына үтеп инә һәм уларҙы зарарлай. Инкубация осоро 7—30 тәүлек. Гениталь, нервы, септик, ҡатнаш һәм симптомһыҙ формаларға айырыла. Гениталь формала аборт, сыуҙың тотҡарланыуы, мастит, эндометрит; нервы формаһында — хәрәкәттәрҙең координацияһы боҙолоу, ҡорошҡаҡ тотоу, парездар һ.б.; септик формала тән т‑раһы күтәрелеү, йонсоғанлыҡ, аҙыҡтан баш тартыу, эс китеү һ.б. күҙәтелә. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник, патологоанатомик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибиотиктар, сульфаниламидтар һ.б.). Иҫкәртеү: фермаларҙы комплектлағанда малдарҙы Л. булмаған хужалыҡтарҙан килтереү, кимереүселәрҙе юҡ итеү, мал аҙығының сифатын тикшереү, вакцинация. 2004 й. алып респ. малдарҙа ауырыу теркәлмәгән. 20 б. 60—70‑се йй. БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) һарыҡтарҙың Л. диагностикалау (У.Ғ.Ҡадиров, М.В.Поспеев) һәм ауырыуҙың үҙенсәлекле профилактикаһы сараларын эшләү (В.Ф.Фомичёв) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.

У.Ғ.Ҡадиров, Д.Х.Хунафина

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика