АҠСАБАН (Mergus albellus), ҡаҙһымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 38—44 см, ауырлығы 500—800 г, ҡанаттарының ҡоласы 55—69 см. Инә һәм ата А. (йәш ҡоштар һәм төләгәндән һуң) башлыса һоро, һорғолт аҡ ҡорһаҡлы, көрән башлы. Яҙын ата ҡоштарҙың ҡауырһын ҡапламы башлыса аҡ төҫтә, арҡаһы ҡара, ҡанаттары, башы һәм муйыны ҡара биҙәкле. А. суҡышы ҡыҫҡа. Аяҡтары һоро. Моногам. Ағас ҡыуыштарында һәм тамырҙары аҫтында, ҡайһы ваҡыт таш араларында оя ҡора, мамыҡ түшәй. 5—11, йышыраҡ 6—9 аҡ йәки һарғылт йомортҡа һала. Инә ҡош яҡынса 30 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Башлыса һыуҙа йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар, һирәкләп балыҡ м‑н туҡлана. Урман күлдәрендә һәм йылғаларында йәшәй. БР‑ҙа Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы, һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һәм Урал аръяғы йылғаларында оялай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.