ҠЫЛЙЫЛАН (Gordius aquaticus), ҡылйыландар класына ҡараған селәүсен. Кәүҙә оҙонлоғо 5—20 см (ҡайһы берҙә 100 см тиклем), йыуанлығы 0,5—2 мм. Кәүҙәһе сәс һымаҡ, тығыҙ кутикулала. Төҫө аҡтан алып аҡһыл көрәнгә һәм ҡараға тиклем. Эсәктәре өлөшләтә редукцияға бирелгән. Нервы системаһы йотҡолоҡ яны ҡуласаһынан тора, унан ҡорһаҡ нервы олоно сыға. Айырым енесле хайуан. Инә зат аҡ төҫтәге бау рәүешендә йәбешкән бер нисә млн йомортҡа һала. Аталанған йомортҡанан 1 мм тиклем оҙонлоҡтағы ирекле йәшәгән балағорттар үҫешә, улар хәрәкәтсән томшоғо м‑н аралыҡ хужаның (ҡаты ҡанатлылар, шишмә күбәләктәре, һыу мырҙары, энәғараҡтар, хирономидаларҙың балағорттары) тәненә үтеп инә, унда цистаға төрөнә һәм төп хужа — эрерәк йыртҡыс бөжәк — тәненә эләккәнсе шунда ҡала. Төп хужа организмында Ҡ. өлкән селәүсен осорона тиклем үҫешә һәм уның тән япмалары аша тышҡы мөхиткә сыға (ғәҙәттә был осраҡта хужа үлә). Үҫешенең тулы циклы бер йылдан ашыу дауам итә. Балағорттар тәненең бөтә өҫкө йөҙө аша осмотик рәүештә туҡлана, өлкән заттар туҡланмай. Респ. һыу ятҡылыҡтарында йәшәй, ҡауышыу осоронда йомғаҡтар барлыҡҡа килтерә. Ҡ. — бөжәктәрҙең, ҡыҫала һымаҡтарҙың паразиты; кеше һәм умыртҡалы хайуандар өсөн зарарһыҙ.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке