ҠАНАНИКОЛЬСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Ҡана й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 4933 кеше; 1920 — 5381; 1939 — 3822; 1959 — 3345; 1989 — 1301; 2002 — 990; 2010 — 805 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡананикольск заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда яндырыла, һуңыраҡ тергеҙелә. 1866 й. 299 йортта 2231 кеше йәшәгән. Часовня булған. 1900 й. улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, мәктәп, һыу тирмәне булған. 1963 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 1996 й. хәҙ. статусын ала. Элекке Никольский сиркәүе бинаһы (ағастан, 1761) — архитектура ҡомартҡыһы. Н.И.Волков, Ф.А.Вәлиев, М.А.Назаров, Г.А.Хачин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.