ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы, текстураһы массив йәки таплы. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә. Биҙәү ташы, йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда Учалы р‑нының алтын мәғдәне ятҡылыҡтарында һәм сығанаҡтарында (Миндәк, Бөйҙө, Кесе Ҡаран) осрай.

Әҙәб.: Сазонов В.Н. Лиственитизация и оруденение. М., 1975.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика