ҠАНАНИКОЛЬСК ЗАВОДЫ, 1751 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡана й. буйында Мосоловтар тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мосоловтар, 18 б. 20—30‑сы йй. ҡаҙна ҡарамағында, 1846 й. алып Е.И.Шешукова, 1867 й. — А.П. Загряжский. Ҡананикольск тау округына ингән. 1753 й. эшләй башлай. 2 баҡыр иретеү мейесе, 1760 й. башлап 4 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер һәм штык горндары, 4 горнлы тимерлеге, 1761 й. — 2 сүкешле һәм 1 горнлы табаҡлы баҡыр етештереү ф‑каһы, 1797 й. — 6 иретеү мейесе, 4 шплейзофен һәм 2 гармахер горны, 2 баҡыр иретеү, шплейзофен һәм туҡмаҡ ф‑каһы, таҡта ярыу тирмәне була, 1840 йй. аҙ. вагранка (суйын иретеү мейесе) ҡуйыла. 18 б. аҙ. Ҡ.з. 216 рудник (4‑һе эшләй), 19 б. уртаһында 720 рудник (20‑һе эшләй) ҡарай. 18 б. 60‑сы йй. аҙ. 113 мең дисәтинә ере була. 18 б. уртаһында Ҡ.з. 314 мастеровой һәм эшсе кеше, яҡынса 800 ялланма эшсе иҫәпләнә; 1760 й. 200 крепостной крәҫтиән, 1797 й. 486 мастеровой һәм эшсе кеше, 1805 й. — 486, 1836 й. 900 крепостной крәҫтиән була. Эшләү дәүерендә яҡынса 350 мең бот баҡыр иретелә. Уртаса етештереүсәнлек 2,9 мең бот баҡыр тәшкил итә; макс. етештереүсәнлек — 10,8 мең бот баҡыр (1765). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө М.Г.Шигаев отрядына ҡушыла. 1774 й. Ҡ.з. һәм завод ҡасабаһы баш күтәреүселәр тарафынан туҙҙырыла һәм яндырыла, 1777 й. завод тергеҙелә. 1812— 14 йй. эшләмәй, крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң эшселәрҙең етешмәүе һәм мәғдән запастарының ҡырҡа кәмеүе арҡаһында завод 1869 й. туҡтатыла, 1871 й. ябыла. Завод ҡасабаһы урынында Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а. урынлашҡан.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке