ҠЫЛҒАН (Stipa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ ҡуйы кәҫле үләндәр, бейеклеге 20—100 см. Япраҡтары нескә, тар, буйға бөкләнгән йәки яҫы, йәйенке тырпайып тороусан. Башаҡтары бер сәскәле, аҙ һанлы, һеперткеле сәскәлеккә йыйылған. Башаҡ тәңкәләре ярылы, ҡылсыҡлы. Аҫҡы сәскә тәңкәһе ҡалын тиреле, ҡаты, өҫкө сәскә тәңкәһен тығыҙ итеп уратып алған һәм осонда, аҫҡы өлөшө яланғас, спираль рәүешендә ишелгән, өҫкөһө ҡытыршы йәки төклө, оҙон (50 см тиклем) ҡылсыҡты тотоп тора. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сент. өлгөрә. Республиканың төньяҡ‑көнбайышынан һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңиң юғары өлөштәренән башҡа, Башҡортостандың бөтә терр‑яһының далаларында, ташлы битләүҙәрҙә, урман аҡландарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Декоратив, мал аҙығы үҫемлектәре. Ер өҫтө өлөштәрендә С витамины, цианоген берләшмәләр булған ялбыр Ҡ. һәм дөйә Ҡ. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Залесский Ҡ., һылыу Ҡ., төклө Ҡ., дөйә Ҡ. — БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына, Коржинский Ҡ., Лессинг Ҡ., сарепта Ҡ. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке