ЛИСОВСКИЙ Николай Кузьмич [3.12.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 25.5. 1987, Силәбе ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1966), проф. (1967). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Силәбе пед. ин‑тын (1941), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (1947) тамамлаған. 1935—36 йй. Төмән өлк. эшләй, 1937 й. алып Силәбе өлк. мәктәп дир. була, 1938 й. — пед. уч‑щеһында (Троицк ҡ.) уҡыта. 1943 й. башлап ВКП(б)‑ның Силәбе өлкә ком‑тында эшләй. 1949 й. алып Силәбе пед. ин‑тында: дир. урынбаҫары, 1964 й. башлап КПСС тарихы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре революция (1905—07), революция (1917), Көньяҡ Уралдағы эшселәр хәрәкәте һәм революцион ойошмалар тарихына арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. Силәбе пед. ун‑тында Л. исемендәге стипендия булдырылған.

Хеҙм.: В.П.Точисский — Россияла тәүге марксистик түңәрәктәрҙе ойоштороусыларҙың береһе. Өфө, 1965; Революция 1905—1907 гг. на Урале. Челябинск, 1955; Очерки истории большевистских организаций Южного Урала, 1883—1917. Челябинск, 1972.

Р.Ә.Бикбаев, В.Я.Рушанин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика