ҠАНАҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 245 кеше; 1920 — 173; 1939 — 145; 1959 — 152; 1989 — 109; 2002 — 116; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мораҡ урта мәктәбе филиалы), клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙе Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мәхмүт Ҡанаҡасов билдәле. 1795 й. 12 йортта 78 кеше йәшәгән, 1866 й. 53 йортта — 241 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.