ҠЫЛ ҠУМЫҘ, һыҙма ҡумыҙ, башҡ. ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы. Ҡайындың бөтөн киҫәгенән соҡоп эшләнгән оҙонса сүмес рәүешендәге корпус ҡылдарҙы тарттырыу өсөн стержендәр ҡуйылған һырлы башлы грифҡа тоташтырылған. Боронғо замандарҙа инструмент тулыһынса бөтөн ағас киҫәгенән яһалған. Оҙонлоғо яҡынса 650—800 мм, быҙау тиреһенән эшләнгән декаһы яртылаш асыҡ була. Сиратылмаған ат ялынан яһалған ҡылдары (2 йәки 3) квинтаға (2) йәки квинта-квартаға (3) көйләнгән. Смычогы ағас таяҡҡа тарттырып ҡуйылған ат ялынан тора. Диапазоны яҡынса — 2,5 октава. Ҡ.ҡ. тура грифлы (уйнағанда ҡылдар грифҡа яҡын баҫыла) һәм йәйә һымаҡ грифлы (бармаҡ йәки тырнаҡтың ҡылға нисек баҫылыуына ҡарап, тауыш төрлө юғарылыҡта яңғырай; күсмә тормош м‑н йәшәгән башҡорттарҙа ҡулланылған иң боронғо төр булып тора) 2 төрөн айырып йөрөтәләр. Ҡ.ҡ. баҡсылар ҡулланған, улар ауырыуҙарҙы дауалағанда яман көстәрҙе ҡыуып ебәреү өсөн һарнау башҡарған (ҡара: Ҡамлау). Был музыка ҡоралы башҡ. эпосы “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙа телгә алына. 20 б. 90‑сы йй. башында БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.М. Ғәлимов тарафынан бер аҙ үҙгәрештәр индерелеп, был музыка ҡоралы тергеҙелә, И.М.Мирхәйҙәров, В.Ш.Шөғәйепов камиллаштыра. Хәҙ. ваҡытта Ҡ.ҡ. эшләү м‑н Г.Р.Ғәлимова шөғөлләнә. Яңғыҙ һәм ансамбль музыка ҡоралы итеп ҡулланыла. Билдәле башҡарыусылар араһында А.З.Вәлиева, У.З. Ғиниәтуллина, Э.Ә.Мөхәмәтдинова. Ҡ.ҡ. өсөн репертуар башлыса инструменталь көйҙәрҙән, Ҡ.ҡ. өсөн эшкәртелгән сит ил, ватан, башҡ. комп. әҫәрҙәренән тора. Ҡ.ҡ. партияһы булған әҫәрҙәр: А.М.ҠобағошовтыңҠыл ҡумыҙ һәм фп. өсөн өс пьесаһы, Ҡурай, ҡыл ҡумыҙ һәм думбыра өсөн алты ансамбле, Ҡ.ҡ. һәм башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн “Урманда” пьесаһы. Ҡ.ҡ. уйнарға өйрәтеү Сәнғәт академияһында, Сәнғәт училищеһында, респ. байтаҡ музыка мәктәптәрендә алып барыла. 2006 й. алып Ҡ.ҡ. уйнау Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы программаһына индерелә. Ошоға оҡшаш музыка ҡоралдары күп төрки халыҡтарында бар.

Әҙәб.: Кубагушев А.М. Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.