ЛИПКИН Семён Израилевич (6.9. 1911, Одесса ҡ. – 1.4.2003, С.‑Петербург), яҙыусы, тәржемәсе. “Шаһит” (“Очевидец”; 1967), “Яҙыу тамғалары” (“Письмена”; 1991) шиғри йыйынтыҡтары, “Декада” (1989), “Кешелә фатирҙа тороусы яҙмалары” (“Записки жильца”; 1992) һ.б. повестар авторы. Көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен (“Махабхарата”; Фирҙәүсиҙең “Шаһнамә” (“Шахнаме”), Ғүмәр Хәйәм, Науаи, Жәми әҫ.), төрки телле, кавказ һ.б. Рәсәй халыҡтарының эпостарын; Ш.Бабич [“Һайланма лирика” (“Избранная лирика”) китабы, 1966], М.Кәрим, Х.Кәрим, С.Ҡудаш һ.б. башҡ. шағирҙары әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика