АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, Ер аҫтындағы алтын мәғдәндәренең ҙурлығы, сифаты һәм ятыш шарттары б‑са сәнәғәттә эшкәртеүгә яраҡлы тәбиғи тупланмалары. Барлыҡҡа килеүе б‑са А.м.я. эндоген һәм экзоген ятҡылыҡтарға бүленә. Экзогендары — химик ашалыу ҡатлауҙары һәм окисланыу зоналарынан (карст зонаһы, “тимер эшләпәләр”, “барит һибелмәләре”); эндогендары магматик сығышлы, гидротермаль (ятҡылыҡтарҙың күбеһе), метаморфик сығышлы ятҡылыҡтарҙан тора. Геол. сәнәғәт билдәһе б‑са 4 алтын мәғдәне формацияһын (мәғдән формацияһы типтары) айыралар: алтын-көмөш (алтын-адуляр-кварц һәм алтын-адуляр-полисульфид-кварц субформациялары м‑н); алтын-сульфид; алтын-кварц; алтын-сульфид-кварц (алтын-сульфид-кварц, алтын-скарн, алтын-порфир һәм алтын-эзбиз-силикат субформациялары м‑н). А.м.я. араһында алтын мәғдәне һәм комплексы алтынлы мәғдән ятҡылыҡтарын: тимер‑баҡыр-никель, колчедан-полиметалл, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары (уларҙа алтын төҫлө, һирәк һәм затлы металл мәғдәндәре составына инә) — айыралар. Шулай уҡ донъялағы алтын запастарының 35%‑ын үҙ эсенә алған алтынлы конгломерат А.м.я. айыралар.

Башҡортостан терр‑яһында А.м.я. 3 алтын мәғдәне формацияһынан тора: алтын-сульфид, алтын-кварц, алтын-сульфид-кварц. Көнбайыш Урал һәм Көнсығыш Урал металгеник провинциялары сиктәрендә урынлашҡандар. Алтын-сульфид формациялы А.м.я. башлыса юлаҡлы-бөрсөклө минераллашҡан алтынлы зоналарҙан ғибәрәт, улар Көнбайыш Урал металгеник провинцияһының (Әүжән мәғдән р‑нында Тау приискыһы, Аҡташ, Бағраш ятҡылыҡтары) рифейҙағы карбонат-терриген ҡатламдарында, Көнсығыш Урал металгеник провинцияһының (Миндәк, Муртыҡты, Кесе Ҡаран ятҡылыҡтары һ.б.) палеозойҙағы метабазальт һәм вулканоген-ултырма ҡатламдарында сикләнгән. Мәғдән зоналары тау тоҡомдарының бүленеү, иҙелеү, ваҡланыу һәм ҡабарыу зоналарына тура килә. Мәғдән есемдәренең ҡалынлығы бер нисә тиҫтә метр, оҙонлоғо 1500 м тиклем. Мәғдән булмаған минералдар кварц, серицит, хлорит, фуксит, карбонаттарҙан тора; мәғдәнлеләре (мәғдәндәге минералдарҙың дөйөм һанының 10—20%‑ына тиклем) — башлыса пириттан һәм әҙерәк кимәлдә арсенопирит, халькопирит, галенит һәм сфалериттан (Муртыҡты ятҡылығы); айырым ятҡылыҡтарҙа арсенопирит өҫтөнлөк итә (Орловка, Кузьма-Демьяновка, Сира-Тур ятҡылыҡтары). Мәғдәндәге алтындың уртаса миҡдары 5—7 г/т. Был формация ятҡылыҡтары алтын запастары б‑са ваҡ һәм уртаса (бер нисә йөҙ килограмдан алып бер нисә тиҫтә тоннаға тиклем), БР‑ҙың алтын мәғдәне запасының төп өлөшөн алып тора, респ. алтын табыу сәнәғәте базаһын тәшкил итә. Алтын-кварц формацияһы Көнбайыш Урал металгеник провинцияһы сиктәрендә (Әүжән мәғдән р‑нында Калашников юлағы, Судовая поляна, Үлекбар һ.б. ятҡылыҡтар һәм сығанаҡтар) үҫешкән. Мәғдән есемдәре иртә һәм урта рифей йәшендәге әҙ күләмдә сульфиды булған (һирәк кенә 3—5%‑ҡа етә) углеродлы ҡомташ-һәүерташ ҡатламдарында алтынлы кварц юлаҡтарынан (ҡайһы берҙә “баҫҡыслы” юлаҡтар системаһынан, мәҫ., Үлекбар ятҡылығы) тора. Юлаҡтарҙың ҡалынлығы 0,1—2 м, оҙонлоғо бер нисә тиҫтәнән бер нисә йөҙ метрға тиклем. Мәғдән булмаған минералдар юлаҡ кварцы, ш. уҡ күпкә кәм серицит һәм карбонаттарҙан тора; мәғдәнлеләре — пирит, арсенопирит, һирәгерәк баҡыр, ҡурғаш, цинк сульфидтарынан. Мәғдәндәрҙә алтын ирекле, сығыштары эре, уртаса миҡдары 2—5 г/т, пробаһы 850—960. Был формация ятҡылыҡтары алтын запастары б‑са башлыса ваҡ. Алтын‑сульфид-кварц формациялы А.м.я. Көнсығыш Урал металгеник провинцияһында (Учалы мәғдән р‑нында ваҡ А.м.я. һәм Бөйҙө төркөмө, Василье-Николаевка, Иҫке Тимофей сығанаҡтары һ.б., Баймаҡ мәғдән р‑нында Төйәләҫ синклиналенең көнбайыш бортындағы сығанаҡтары һәм Ғәҙелша А.м.я.) таралған. Мәғдән есемдәре кварц юлаҡтарынан (Басай, Бөйҙө төркөмө, Ҡамышлыҡолаҡ, Урыҫҡош һ.б. ятҡылыҡтар һәм сығанаҡтар), кварц штокверктарынан (Кәрәсин, Сира-Тур, Телегин ятҡылыҡтары һ.б.) тора. Мәғдәнлекте контролдә тотҡан ер ярыҡтарын оҙатыусы ҡош ҡауырһыны һымаҡ ярылған ерҙәрҙә, интрузив массивтар эсендәге контракцион ярылған ерҙәрҙә урынлашҡандар. Мәғдән булмаған минералдар башлыса кварцтан, ш. уҡ күпкә кәм карбонат, серицит, хлорит, альбиттарҙан тора; мәғдәнлеләре (мәғдәндәге минералдарҙың дөйөм һанының 10—20%‑ына тиклем) — пирит, халькопирит, арсенопирит, сфалерит, галенит, ҡайһы берҙә шеелит билдәләнә (Учалы мәғдән р‑нында Возрождение, Воронцов, Ахун ятҡылыҡтары). Мәғдәндәрҙә алтын башлыса ирекле, әҙ күләмдәге сульфидтарҙа үтә дисперслы. Мәғдәндәрҙә алтын миҡдары 5—20 г/т. Был формация тибына Әбйәлил һәм Баймаҡ мәғдән р‑ндарындағы эйфель ярусы ярлыҡап горизонтының минераллашҡан кремнезёмлы тоҡомдарындағы А.м.я. ҡарай, тип фараз ителә, улар берҙәм Ирәндек мәғдәнле зонаһын барлыҡҡа килтерә (Аллағол тауы, Буҙайтау, Иҙмәтау, Ишбирҙе, Кесе Ярлыҡап, Мунсаҡ тауы, Һарыбейә ятҡылыҡтары). Мәғдәнләнеү ҡайһы саҡта ныҡ кварцланған, ҡыҫҡа (бер нисә тиҫтә метр) 1 м тиклем ҡалынлыҡтағы линзалар барлыҡҡа килтергән, һирәк кенә дөйөм ҡалынлығы 20 м тиклем (Буҙайтау ятҡылығы), оҙонлоғо 200 м тиклем (Һарыбейә ятҡылығы) булған кремнийлы һәүерташтар һәм йәшмәләрҙәге пирит бөрсөктәренән ғибәрәт. Минералланған йәшмәләрҙәге алтындың уртаса миҡдары 3—4 г/т. Мәғдәндәге алтын ирекле, сығыштары эре, пиритта — үтә дисперслы, пробаһы 800—900 (Аллағол тауы ятҡылығы). Был формацияның А.м.я. запастары б‑са башлыса ваҡ.

Учалы мәғдән р‑нында серпентиниттарҙағы ваҡ сығышлы баҡыр-магнетитлы алтынлы мәғдәндәрҙән (Өргөн ятҡылығы), ш. уҡ хлорит‑гранат-пироксен, тальк-гранат тоҡомдары — родингит, хлограпит (Леонтьев, Көньяҡ Ҡалҡан ятҡылыҡтары) юлаҡтарынан (ҡайһы саҡта ҡатмарлы морфологиялы) һәм Уралдағы офиолит бүлкәтенең ультраһелтеле һәм һелтеле тоҡомдары м‑н бәйле “змеевик” юлаҡтарынан (Россыпнин, Санабөккән ятҡылыҡтары) торған алтын-эзбиз-силикат субформацияһы мәғдәнләнеүе айырылып тора. Мәғдән есемдәре ҡалынлығы 6—8 м тиклем, оҙонлоғо бер нисә йөҙ метрға тиклем. Мәғдәндәге алтын башлыса ирекле, миҡдары 0,3—11 г/т, ҡайһы берҙә 40 г/т һәм унан да артығыраҡҡа етә.

БР терр‑яһында машаҡ свитаһының (Әүжән мәғдән р‑ны) вулканоген-ултырма тоҡомдарында алтын-платина мәғдәнләнеүе билдәләнгән.

Әҙәб.: Беневольский Б.И. Золото России: проблемы использования и воспроизводства минерально-сырьевой базы. М., 2002; Полезные ископаемые Республики Башкортостан (золото) /Д.Н.Салихов [и др.]. Ч.1. Уфа, 2003.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018