ҠАНАҠАЙ, Шипай, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 778; 1939 — 768; 1959 — 988; 1989 — 761; 2002 — 774; 2010 — 776 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто; китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1757 й. билдәле. Улус старшинаһы Ҡанаҡай Кинйәғолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 14 йортта 65 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 373 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, тәгәрмәс, туғын, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 19 б. 2‑се ярт. Ҡ. сама м‑н 19 б. башында нигеҙләнгән Йәлембәт а. ҡушыла. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.С.Биғолов, Я.Ҡолмой, Г.Г.Янбаева ошо ауылда тыуған.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.