ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары типтағы мосолман уҡыу йорто. 1863 й. Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Ҡыйышҡы а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — М.Камалетдинов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттең имам‑хатибы, мөҙәрис етәкселек итә. Башлыса урта мәҙрәсәнең башланғыс кластарын тамамлаған ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай булған. Уҡыу курсы – 7—10 йыл. Мәҙрәсәлә уҡытыу иҫке ысул (ҡара: Ҡәҙимселек) м‑н алып барылған. Уҡыу программаһына хәҙистәр, Ҡөрьән, мосолман этикаһы, фикһ, ғәрәп теле, төрки теле һ.б. дәрестәр ингән. Ҡ.м. эргәһендә урыҫ класы эшләгән (1870‑се йй. алып). Мәҙрәсәлә башлыса башҡорттар, татарҙар уҡыған. Ҡ.м. 1867 й. ҡарата яҡынса — 200, 1868 й. — 500, 1913 й. 100 шәкерт була. Тамамлаусылар араһында М.М.Камалетдинов. 1919 й. Ҡ.м. ябыла. Мөҙәристәре: М.Камалетдинов (1863 й. алып), Камалетдинов (1904 й. алып). Мәҙрәсә сауҙагәр Я.Ҡыҙрасов аҡсаһына 1863 й. төҙөлгән үҙенең бинаһында урынлаша; 1864—85 йй. Ғ.Камалов, Х.Сәйәшев аҡсаһына 5 бина төҙөлә, мәҙрәсә терр‑яһы киңәйтелә һәм ҡойма м‑н уратып алына.

М.Н.Фархшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке