ҠЫЙЫҠТАЖ (Oxytropis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 360 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм арктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: төклө Ҡ., башаҡлы Ҡ., ҡырҡсәскә Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ төклө үләндәр, бейеклеге 5—40 см. Япраҡтары ишһеҙ, ҡауырһын һымаҡ ҡатмарлы, ҡолаҡсынлы. Сәскәләре һары, ал, ҡуйы ҡыҙыл, шәмәхә төҫтә, ҡайһы берҙә полихром, таж япрағының башы осло. Сәскәлектәре аҙ йәки күп сәскәле (ҡуйы йәки кәүшәк) тәлгәш йәки башаҡ һымаҡ, һирәгерәк тумалаҡ, оҙон ҡуйын сәскә һабағында урынлашҡан. Май—авг. сәскә ата. Ҡуҙаҡтары ҡыяҡтан алып шар формаһына тиклем, ғәҙәттә асылыусан, бер йәки яртылаш ике оялы; июль—сент. өлгөрә. Ҡоро далалы йәки болонло битләүҙәрҙә, таш тоҡомдары сыҡҡан урындарҙа, далала, ҡыуаҡлыҡтар араһында, респ. башлыса дала һәм урман-дала зоналарында, таулы райондарында үҫә. Декоратив үҫемлек (Гмелин Ҡ., башаҡлы Ҡ., оҡшаш Ҡ. һ.б.). Һирәк осраған шәрә Ҡ., реликт бысраҡ Ҡ., эндемиктар: башҡ. Ҡ., Гмелин Ҡ., Ипполит Ҡ., көңгөр Ҡ., яҡынайған Ҡ. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ипполит Ҡ. ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.