ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ, 9 б. аҙ. — 10 б. башында көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Алтайға һәм Иртыш й. тиклем, төньяҡта Көньяҡ Уралдан башлап көньяҡта Ете йылғаға тиклем ерҙе үҙ эсенә алған дәүләт. Көнсығыш төрки (ҡара: Төрки ҡағанаты) һәм Уйғыр ҡағанаттары тарҡалғандан һуң, төрки ҡәбиләләр берләшмәләре (ҡыймаҡтар, ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар) тарафынан төҙөлә.

Баш ҡалаһы — Имаҡ (Ҡыймаҡ, Иртыш й. буйында). Дәүләт башында хаҡан (ҡаған, 10 б. тиклем ябғу) торған. Төп дине — шаманлыҡ; ислам, манихейлыҡ, тәңрелек аҙыраҡ таралған. Халҡы боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланған. Терр‑яһы 2 өлөшкә (көнсығыш һәм көнбайыш) һәм 11 провинцияға бүленгән. Провинциялар м‑н өлөшләтә бойондороҡһоҙ хакимдар идара иткән, ҡала-ҡәлғәләрҙә һәм замоктарҙа уларҙың ставкалары урынлашҡан. Ҡ.ҡ. 16 ҡала булған. Халҡы башлыса ярым күсмә малсылыҡ, игенселек, һөнәрселек, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Көнсығыш Европа, Себер, Урта Азия илдәре м‑н иҡт.- сауҙа бәйләнештәре тотҡан.

Урал алды һәм Көньяҡ Урал (“Юань-ши” ҡытай йылъяҙмаһы б‑са Юйли-боли) ҡағанаттың төньяҡ өлөшөн тәшкил иткән. Башҡ. ҡәбиләләренең Ҡ.ҡ. халҡы м‑н сәйәси, иҡт. һәм этник бәйләнештәре башҡорттар араһына ҡыпсаҡ һәм уғыҙ ҡәбиләләренең әүҙем үтеп инеүенә булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Кумеков Б.Е. Государство кимаков IX—XI вв. по арабским источникам. Алма-Ата, 1972; Плетнёва С.А. Половцы. М., 1990.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке