ЛИПАЕВ Николай Филиппович [26.4.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Озерковка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 1.11.1994, Ишембай ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. төҙөүсеһе (1992), БАССР торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡ. хеҙм‑ре (1984). 1942 й. алып Ишембай НЭЗ‑ында эшләй: слесарь, 1951 й. башлап ҡулайлама нач., 1953 й. — партия ком‑ты секретары. 1955 й. алып БАССР‑ҙың Маҡар р‑нындағы “Ҡыҙыл Байраҡ” к‑зы рәйесе. 1957 й. башлап Ишембайҙа: коммуналь хужалыҡтың бүлек мөдире, 1959 й. алып “Ишимбайгоргаз” тресы идарасыһы, 1963 й. — хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала советы рәйесе урынбаҫары. 1971 й. башлап “Ишембай станоктар эшләү заводы” ААЙ директоры. Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика