АҠСА ӘЙЛӘНЕШЕ, тауарҙың әйләнешен, тауарһыҙ түләүҙәрҙе, иҫәп‑хисапты хеҙмәтләндереүсе ҡулаҡсалы һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡса хәрәкәте. Ҡулаҡсалы А.ә. тауарға һәм хеҙмәтләндереүгә түләү б‑са иҫәп‑хисапта, эш хаҡын, премия, пособие, пенсия, стипендия, страховкаларҙы түләүҙә ҡулланыла.

Ҡулаҡсаһыҙ А.ә. — хаҡтың ҡулаҡсаның ҡатнашлығынан тыш кредит ойошмаларының иҫәптәренә аҡса күсереү һәм үҙ‑ара талаптарҙы чектар, векселдәр, банк карталары һ.б. кредит ҡоралдары ярҙамында иҫәпләү рәүешендәге хәрәкәте (ҡара: Ҡулаҡсаһыҙ иҫәп‑хисап). Ҡулаҡсаһыҙ А.ә. үҫеше әйләнеш сараларының хәрәкәтен тиҙләтеүгә, ҡулаҡса күләменең һәм әйләнеш сығымдарының кәмеүенә килтерә. Аҡса һәр ваҡыт үҙенең формаһын үҙгәртеп, әйләнештең бер сфераһынан икенсеһенә күсеп йөрөй. Әйләнештәге ҡулаҡсаның күләмен, уны сығарыу һәм әйләнештән алыу күләмдәрен эмиссияға монополь хоҡуғы булған илдең Үҙәк банкыһы көйләй.

Әйләнештә булған ҡулаҡсаның һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡсаның күләме аҡса массаһы м‑н үлсәнә. Аҡса массаһының составы һәм структураһы аҡса баҙарының үҫеш кимәле һәм характеры, ш. уҡ Үҙәк банкының сәйәсәте м‑н билдәләнә. РФ‑та 2006 й. аҡса массаһының күләме 6045,6 млрд һум тәшкил иткән, шуның 33,2%‑ы — ҡулаҡса, 66,8%‑ы — ҡулаҡсаһыҙ аҡса. РФ субъекттарында төбәк аҡса массаһының күрһәткесе (төбәк терр‑яһында ҡалған әйләнештәге ҡулаҡсаны, төбәк терр‑яһында урынлашҡан коммерция банкыларының һорап алғанға тиклем һәм билдәле сроклы иҫәптәрендә ҡалған ҡулаҡсаһыҙ сараларҙы үҙ эсенә ала) иҫәпләнә, 2006 й. БР‑ҙа 139,7 млрд һум булған, шуның 42,5%‑ы — ҡулаҡса, 57,5%‑ы — ҡулаҡсаһыҙ аҡса.

Иҡтисадты аҡса м‑н тәьмин итеү кимәле эске тулайым продукттың (субъекттарҙа — тулайым төбәк продуктының) монетизация күрһәткесе, йәғни аҡса массаһының тулайым продукт күләменә ҡарата мөнәсәбәте м‑н характерлана. 2005 й. респ. был күрһәткес 27,8%‑тан 30,4%‑ҡа тиклем үҫә (РФ‑та — 26,1%‑тан 27,9%‑ҡа тиклем).

В.Ғәрмөхәмәтов, И.Р.Кощегулова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018